
йәки Килендәр кем затынан һуң?Ғаиләбеҙҙә туғыҙ бала – алты ҡыҙ һәм өс малай үҫтек. 6-сы класты тамамлағас, Күмертау ҡалаһындағы интернатҡа уҡырға индем, аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад бүлеген тамамланым. Б. районына йүнәлтмә буйынса эшкә барғайным, ғүмерлеккә ошо яҡта төпләндем. Агроном булып эшләүсе Ғәли менән танышып, йыл ярым дуҫлашып йөрөнөк тә, ике районды шаулатып туй үткәрҙек. Уға тиклем өс апайым, бер һеңлем, ике ағайым ғаилә ҡорғайны инде. Тағы ла бер йылдан иң кесе ҡустыбыҙ Әмир өйләнде, ике йылдан һеңлебеҙ Юлиә кейәү