
Хәҙерге заманда популяр булыу өсөн бер интернет-көн етә. Фирҙәүес ағай менән дә шулай булды: музыкант улы Рәил йырҙы аранжировкалап донъяға сығарыуға, "Ҡыр ҡаҙҙары" тотош республикаға таралды да китте. Беҙ уны йырлаған һәүәҫкәр артист менән һөйләшеп алдыҡ.