hakmar.ru   / 23 октября в 20:17

Атаһы мине малайына кейәүгә сығырға ҡыҫтай. Ә мин оялам! Башымды аҫҡа эйеп ултырҙым, бер һүҙ ҙә әйтә алмайым. Шулай ҙа теге саҡта Камилға әйткән һүҙҙәрҙе әйттем: өҫ-башымда юҡ, эшләргә, уҡырға кәрәк, кейәүгә сығыу уйымда ла юҡ, тинем. Ә улар барыбер ҡыҫтай. Шулай һөйләшеп ултыра торғас, барыһы ла балконға сығып китте, беҙ Камил менән бүлмәлә икәү генә ҡалдыҡ. Шунда Камил әйтә: “Һин риза булмаһаң, миңә ауылға ҡайтырға оят. Риза булмаһаң, уҡыуҙы ташлап, сиҙәм ерҙәргә эшкә китәм”,-ти. Мин ҡурҡып киттем. Ата-әсәһенең берҙән-бер улы, бәхете минең арҡал


всего: 121 новость